+24 °С
Ямғыр
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһы +8 градусҡаса түбәнәйә. Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән көслө йәшен йәшнәүе, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә.
24 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +16, +21°.
25 июлдә төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, ҡойма ямғыр, йәшен, боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ сиректән талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +14, +19°.