Баймаҡта милли көрәш киң үҫешкән. Бил бирмәҫ батырҙарыбыҙ танылыу яулаған. Спортсыларҙың был тәңгәлдәге уңыштары ниндәй? Киләсәккә пландары нисек? Ошо тәңгәлдәге һорауҙарҙы Баймаҡ ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары, милли көрәш буйынса тренер-педагог Илшат Хәмитовҡа бирҙек.
- Илшат Нуриәхмәт улы, Баймаҡта рәсми милли көрәш спорты ҡасан үҫешә башлаған?
- Борон-борондан башҡорт халҡының яратҡан спорт төрө милли көрәш булған. Һәр ауылдың бил бирмәҫ батырҙары бар. Ләкин ул һәр кемдең яратҡан шөғөлө генә булып һаналған. Минең үҙемә лә шул дәүер әҙ-мәҙ эләкте. Ә рәсми милли көрәш спорты беҙҙең районға 1985 йылда килеп инде. Уға райондың баш ветеринар врачы Вил Рәмиев башланғыс һалған. Өфөлә уҡыған сағында милли көрәш буйынса түңәрәккә йөрөй. Баймаҡҡа эшкә ҡайтҡас, үҙе эшләгән Ишмырҙа, Таулыҡай ауылдарында милли көрәш буйынса түңәрәк аса. Бала саҡтан был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныуым шул ҡәҙәр ҙур булғанлыҡтан, ауылдың бер нисә егеттәре менән бергә Буранбайҙан Таулыҡайға йыл әйләнәһенә секцияға йөрөй торғайныҡ. Баймаҡтың йыйылма командаһын булдырҙыҡ. Төрлө ярыштарға йөрөнөк, еңеүҙәргә өлгәштек.
- Республика кимәлендә ике тапҡыр милли көрәш буйынса чемпион булып танылдым. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған ярышта ла еңеү яуланым. Район кимәлендә әйтеп тораһы ла түгел.
- Ә киңерәк масштабта милли көрәш спорты беҙҙә нисек үҫеште?
- Һуңғараҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағында милли көрәш спорты буйынса секция асылды. Унда шөғөлләнергә теләүселәр күп. Бөгөн бында өс йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә. Спорт мәктәбенең ауылдарҙа филиалдары эшләй. Ҡаланың 2-се мәктәбендә һәм 4-се лицейҙа көрәш залдары асылды. Уларҙа ла балалар шөғөлләнә.
- Иң юғары уңыштарығыҙ?
- Баймаҡ көрәшселәре бөгөн район һәм республика кимәлендә уҙған ярыштарҙа ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған турнирҙарға ла сыға һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Һуңғы йылдарҙағы уңыштарҙы берләштереп әйткәндә, Ҡазан ҡалаһында уҙған Рәсәй беренселегендә ҡатнаштыҡ. Унда Фәнзил Байрамғолов, Мансур Ҡунсбаев, Альберт Яуғастин, Нияз Зәйнәғәбдинов, Рөстәм Дәүләтбаев, Мөхәмәт Яҡупов, Рамаҙан Яҡупов, Ильяс Дәүләтбаев, Ильяс Байымов, Нурислам Фәйзуллин, Илсур Атанғолов, Ильяс Байымов, Әмир Һибәтуллиндар икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы. Р.Ш. Фардиевтың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ярышында Ильяс Байымов – икенсе, Мөхәмәт Яҡупов өсөнсө урындарҙы алды.
- Республика кимәлендә лә ярыштарҙа йыш ҡатнашаһығыҙ.
- Милли көрәш буйынса Толбазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Красноусол ауылдарында уҙған республика беренселегендә лә беҙҙең егеттәр яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Рамаҙан Яҡупов, Мөхәмәт Яҡупов, Ильяс Байымов, Нияз Зәйнәғәбдинов – беренсе, Илдар Байымов, Рөстәм Дәүләтбаев, Илнар Халиҡов, Ирхан Ғүмәров, Нурислам Фәйзуллин, Рамаҙан Мәхмүтов, Руслан Дәүләтбаев, Ислам Ишдәүләтов – икенсе, Ильяс Ғәббәсов, Ильяс Дәүләтбаев, Инсаф Ғарифуллин, Ильяс Дәүләтбаев, Ильяс Байымов, Рөстәм Дәүләтбаев, Нурйән Ишмырҙин, Ислам Хәлитов, Байрас Ғафаров, Әмир Һибәтуллиндар өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
- Команда ярыштарында ла Баймаҡтарҙың уңышы ниндәй?
- Милли көрәш буйынса республика уҡыусылары спартакиадаһының финал уйынында Ильяс Байымов, Мөхәмәт Яҡупов, Ирхан Ғүмәров, Ислам Хәлитов, Нияз Зәйнәғәбдинов, Байрас Ғафаровтарҙан торған Баймаҡ командаһының беренсе урын яулауы шуға асыҡ миҫал булып тора. Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIV Спартакиадаһы иҫәбенә уҙған милли көрәш көрәше буйынса төбәк һәм республика ярыштарында ла Баймаҡ командаһы беренсе урынды яуланы.
- Илшат Нуриәхмәт улы, һеҙҙең тәрбиләнеүселәр төрлө кимәлдәге ярыштарҙа бик күп ҡатнаша. Һөҙөмтәләр нисек?
- Был, ысынлап та, шулай. Үрҙә һанап кителгәндәр уларҙың бер өлөшө генә. Бынан тыш, иҫтәлекле даталарға бәйләп уҙғарылғандары ла күп. Уларҙа ла ҡатнашабыҙ һәм еңеү яулайбыҙ. Мәҫәлән, спорт мастеры Ж.Д Йосоповтың иҫтәлегенә арналған БР-ҙың Мәғариф министрлығы беренселегенә уҙған турнирҙа Солтан Миңлебаев ҡатнашты һәм беренсе урынды яуланы. Ғөмүмән, Баймаҡ көрәшселәренә йыш ҡына башҡа төбәктәрҙән улар исеменән сығыш яһауға тәҡдимдәр килә. Тимәк, келәм батырҙары үҙҙәренең еңеүҙәре менән күптән инде исем яулаған. Был маҡсатлы йүнәлештә эш алып барыу һөҙөмтәһе.
- Бында, әлбиттә, тренерҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте ята.
- Милли көрәш буйынса беҙҙә бөтәһе ете тренер эшләй: Айгиз Яҡшыбаев, Илшат Вәлитов, Венер Нәбиев, Юлыҡ ауылынан Илфат Дәүләтбаев, Борис Миңлебаев, Барый Миңлебаев, Икенсе Этҡолдан Рауил Арыҫланов, Темәстән Самат Намаскаев һәм башҡалар. Таулыҡайҙан Рәмил Байегетов хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә был тәңгәлдә уңышлы эшләүен дауам итә.
- Спорт мастерлығына кандидаттар бармы?
- Беҙҙең көрәшселәр йыл һайын үҙҙәренең оҫталығын арттырып, шундай юғары исемгә лайыҡ була. Быйыл, мәҫәлән, Руслан Дәүләтбаев, Рөстәм Дәүләтбаев, Ирхан Ғүмәров, Ильяс Байымов спорт мастерлығына кандидат исеменә лайыҡ булды.
- Уларға алмашҡа килеүселәр бармы?
- Эйе, лайыҡлы алмашсылар үҫеп килә. Улар араһынан бер туғандар Аслан, Солтан, Бари Миңлебаевтар, Азамат һәм Тимур Тимербулатовтар, Шамил Хәмитов, Нияз Байегетов, Ғәлим Дәүләтшин һәм башҡаларҙы атап китергә мөмкин.
- Илшат Нуриәхмәт улы, башҡорт милли көрәшен үҫтереүгә индергән тос хеҙмәтегеҙ ҙур баһаға лайыҡ. Һеҙгә һәм һеҙҙең тәрбиәләнеүселәргә тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ. Уңыштар һеҙгә!
“Һаумы, Учитель!”
Вил Рәмиевтың исеме башҡорт милли көрәшенә туранан-тура бәйле. Ул - Баймаҡ районында был спорт төрөнә башланғыс һалыусы. Уның ҡарамағында тиҫтәләгән көрәшсе үҫеп сыҡҡан.
Вил Рафаэль улы Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. Йомаш мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт агрария институтына уҡырға инә. Ятаҡтың бер бүлмәһендә ул милли көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат Хәмит Мөбәрәков менән бергә йәшәй. Тап ул Вил Рәмиевты көрәш менән шөғөлләнергә саҡыра ла инде. Тәүге ярышта уҡ чемпион исеменә лайыҡ була. Һөҙөмтәлә тренеры Ғәлимйән Ҡоҙаҡаев уны республиканың йыйылма командаһына ала. Һуңынан Вил Рәмиев бер-бер артлы еңеүҙәргә өлгәшә. Өфө, Туймазы, Октябрьский, Учалы ҡалаларында, Малаяҙ ауылында уҙған ярыштарҙа чемпион булып таныла. 1979-1980 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһында үткән РСФСР-ҙың милли көрәш буйынса ярышында көмөш миҙалға лайыҡ була. 1979 йылдан алып (ул саҡта 18 йәш булған) 1994 йылға тиклем район һабантуйы батыры исемен йөрөтә.
Вил Рәмиев институтты тамамлағас, йәш белгес булараҡ, районға ҡайта. Ишмырҙала, Таулыҡайҙа эшләй. Ике ауылда ла милли көрәш секцияһы алып бара.
- Бигерәк тә Таулыҡай зонаһына ҡараған ауылдарҙан халыҡ күпләп йыйыла торғайны, - тип хәтерләй Вил Рафаэль улы. – Мәктәптең спорт залына һыймай, яланға, МТМ-ның биләмәһенә сығып китеп шөғөлләнә торғайныҡ. Уның өсөн шарттар ҙа булманы. Ләкин теләк көслө ине. Ул ваҡытта Ленин исемендәге колхоз рәйесе булып эшләгән, шулай уҡ милли көрәш батыры Ирек Зәйнуллин ҙур ярҙам күрһәтте. Матрастарҙан келәм тектерҙе. Ярыштарға йөрөргә автобус та бирҙе. Һуңғараҡ райондың йыйылма командаһын төҙөнөк. Төбәк һәм республика ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайныҡ.
Ысынлап та, шул заманда районда милли көрәш ныҡлап үҫеш ала. Уларҙың барыһын да Вил Рәмиев келәмгә сығара. Таулыҡайҙан Афзал Салихов, Сирғәле Салихов, Ришат Салихов, Зәйнулла Салихов, Рәхимйән Исмәғилов, Сәлимйән Исмәғилов, Әмир Яхин, Хәмит Йәнтилин, Хәйҙәр Йәнтилин, Илнур Килдебаев, Миҙхәт, Фәнил, Камил Үҙәнбаевтар, Ишмырҙанан Мөҙәрис Тотманов, Ҡолсоранан Яхъя Халиҡов, Ниғәмәттән Хөрмәт Таһиров, Буранбайҙан Фәнүр Аралбаев, Илдар Хәмитов, Йомаштан Нияз Рәмиев, Муллаҡайҙан Ғәбдинур Мазһаров, Сыңғыҙҙан Рөстәм Заманов, Әминдән Марат Әүәлбаев, Мерәҫтән Зөфәр Килдебаев һәм башҡаларҙың исемдәре милли көрәш менән тығыҙ бәйле. Шул осорҙа танылыу яулаған Таулыҡайҙан Рәмил Байегетов һуңынан мәктәптә күп йылдар үҙе лә көрәшселәр әҙерләй. 110-120 килограм ауырлығында бил бирмәҫ Ҡолсоранан Иштуған Фәйзуллинға ла тиң батыр табылмай. Икенсе Этҡолдан келәм батыры булып танылған, хәҙер инде мәрхүм Илшат Ғүмәровтың юлын улы Даян лайыҡлы дауам итә. Ошо уҡ ауылдан келәм батырҙары Урал һәм Айбулат Ғүмәровтарҙың да исемдәре киң билдәле. Буранбайҙан Илшат Хәмитов та милли көрәш спортында айырым урын биләй, спорт мастерлығы нормативтарын үтәгән.
- Милли көрәш башҡа көс спортынан айырмалы рәүештә техникаһы менән айырыла, - тине Вил Рәмиев. - Бил бирмәйем, тип ҡасып ярышырға түгел, ә һиңә ҡаршы сыҡҡан кешене биленән күтәреп алдың да, ташланың. Бына шунда уның бар асылы. Башҡорт милли көрәшенең ҡыйыу аҙымдар менән алға барыуы һәм уңыштар яулауы ҡыуандыра.
Вил Рәмиев ҡарамағында тәрбиәләнгән спортсылар бөгөн дә милли көрәштә тәүгә аҙымдар яһатҡан тренерҙарын онотмай. Уның етди ҡарашы аҫтында еңеү яулауҙарын дауам итәләр. Бөгөн дә Вил Рәмиевты: “Һаумы, Учитель!” – тип оло хөрмәттәрен күрһәтәләр. Был сәләмләү уларҙы ғүмер буйына оҙата бара.
Лилиә ТАКАЕВА.
Фото: В.Рәмиевтың архивынан.