Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Июль 2024, 09:45

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендәге иң яҡшы белемдәре өсөн

яҡташыбыҙ туған мәктәбендә үҙ премияһын булдырҙы...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендәге иң яҡшы белемдәре өсөнБашҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендәге иң яҡшы белемдәре өсөн
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендәге иң яҡшы белемдәре өсөн

Заһит Ғүмәров - өмөтлө, көслө йәштәребеҙҙең береһе. Ул районда йәштәр комитетын уңышлы етәкләп, артабан баш ҡалабыҙҙа республикабыҙ мәнфәғәтенә эшен тырышып дауам итә. "Атайсал" проекты буйынса ла ул күп эштәр башҡарҙы. Әле үҙ премияһын да булдырҙы.

- 2021 йылдан республикабыҙҙа «Атайсал» проекты әүҙем үҫешә. Форумдар үткәрелгән ваҡытта һәр ваҡыт ошо проектта ҡатнашыусыларға һоҡлана һәм ғорурлыҡ менән ҡарай инем һәм ҡарайым. Улар кесе Ватанына ихлас ярҙам итә. Шул ваҡытта минең дә яҡты хыялым барлыҡҡа килде. Ауылдаштарым менән осрашыу ваҡытында мин үҙ уйымды иғлан иттем һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн "Атайсал" сайтында ғариза ҡалдырҙым.

Мәктәп йылдарым үткән Баймаҡ районының Күгиҙел һәм Биләл ауылдарында иң яҡшы уҡыусыларға "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендәге иң яҡшы белемдәр өсөн" исемле премия булдырырға булдым. Был минең кесе Ватанымдың яҙмышына индергән бәләкәй өлөшөм. Мин, тәү сиратта, әсәйемә, бөтә педагогик составҡа һәм туған мәктәбемә рәхмәтлемен. Хәҙер үҙем дә уларға ярҙам иткем килә.  

Тыуған еремдең яҡты киләсәгенә бер аҙым яһау - минең һәм йәш быуындың мөҡәддәс бурысы. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Уҡыусылар, яңы уҡыу йылында ҙур уңыштар теләйем! Киләсәк һеҙҙең ҡулда!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас