Новости
23 Июль 2024, 05:10

Бала ныҡ итеп бешкән

Баймаҡтан килтерелгән бала реанимацияла, хәле бик ауыр...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү үҙәге шәфҡәт туташынан хәбәр килгән: уларға ныҡ итеп тәне бешкән 2016 йылғы баланы килтергәндәр.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, 21 июлдә Баймаҡ районының Йомаш ауылында мангалда махсус розжиг менән усаҡ яҡҡанда 8 йәшлек малайҙың башы, муйыны, кәүҙәһе, аяҡтары, уң янбашы ныҡ бешкән, ингаляция йәрәхәте алған.

Ашығыс рәүештә уны санавиация ярҙамында Өфөләге тән бешеү үҙәгенең реанимация бүлегенә килтергәндәр. Хәле бик ауыр.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан Башҡортостанда 5433 янғын булған, уларҙа 122 кешенең, шул иҫәптән 8 баланың ғүмере өҙөлгән, 142-һе йәрәхәтләнгән, 881 кеше ҡотҡарылған.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-07-22/bala-ny-itep-beshk-n-3857219

Фото: Телеграм. 

 

Бала ныҡ итеп бешкән
Бала ныҡ итеп бешкән
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас