Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Июль 2024, 12:30

Ун йәшлек ҡыҙға тәҙрәнән атҡан ир тотолған

ул быны балаларҙың үҙенә ҡамасаулауы менән аңлатҡан

Өфөнөң Калинин районы буйынса тәфтиш бүлеге был иргә «ҡорал ҡулланып ҡылынған хулиганлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләү белдерҙе. БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18 июлдә 10 йәшлек ҡыҙ, дуҫтары менән урамындағы йорт ихатаһында йөрөп, ямғыр ваҡытында подъезд ҡыйығы аҫтына йәшеренә. Был мәлдә ғәйепләнеүсе, күрше йорттоң икенсе ҡатында урынлашҡан фатирында пневматик винтовканан балиғ булмағандарға ата, баланың аяғына эләгә. Ҡыҙ уң аяғының ныҡ ауыртыуынын тоя һәм ҡанауын күрә. Һуңынан ул өйөнә ҡайтып, булған хәл тураһында ата-әсәһенә һөйләй. Травмпунктта зыян күреүсегә диаметры 4,5 мм булған пуля эләгеүен әйтәләр.Ҡыҙҙың ата-әсәһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ир тотола. 

Һорау алыу барышында 62 йәшлек ғәйепләнеүсе үҙенең ҡылығын шау-шыу тыуҙырған һәм уға ҡамасаулаған балаларҙы ҡурҡытырға теләүе менән аңлата.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас