Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Июль 2024, 03:25

Төнгө йәшен ҡурҡыттымы?

Алдағы өс көндә ул боҙлауыҡлы ла буласаҡ. шулай итеп алдағы өс көндә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә? Бөгөн республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән көслө йәшен, көндөҙ ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуа. Иртәгә...

Төнгө йәшен ҡурҡыттымы?Төнгө йәшен ҡурҡыттымы?
Төнгө йәшен ҡурҡыттымы?

Синоптиктар фаразлауынса, яҡын арала Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡланасаҡ.

Бөгөн республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән көслө йәшен, көндөҙ ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +17,+22°, көньяҡ-көнсығыш буйынса +27°тәшкил итәсәк.

23 июлдә төндә республика буйынса, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙборсаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11,+16°, көндөҙ +17,+22°.

24 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9,+14°, көндөҙ +19,+24°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас