Новости
22 Июль 2024, 11:15

Коррупцияға бәйле етәкселәр

яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Бөгөн Башҡортостандың Юғары суды Руслан Ҡазыхановты һаҡ аҫтында ҡалдырҙы...

Башҡортостандың Юғары суды Руслан Ҡазыхановты һаҡ аҫтында ҡалдырҙы. Республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн суд уның адвокаттарының апелляция ялыуҙарын ҡәнәғәтләндермәне. Быға тиклем Совет район суды «Башҡортостан Республикаһының Фән үҙәге»нең элекке генераль директорын һаҡ аҫтында тотоу ваҡытын 30 авгусҡа тиклем оҙайтты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡазыханов айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнә. Шулай уҡ уға ҡарата ялған документтар яһау  тураһында статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:
Читайте нас