Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Июль 2024, 12:35

Контракт төҙөгәндәрҙең берҙәм түләүҙәренә

үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан хөкүмәте контракт буйынса хеҙмәт иткән айырым категорияларға бер тапҡыр аҡса түләү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. 

Һүҙ махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмә итеү өсөн илдең оборона министрлығы менән килешәү төҙөгән яҡташтарыбыҙға 505 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү тураһында бара. Ҡарар 2024 йылдың 10 июленән 2024 йылдың 31 авгусына тиклем барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 10 июлдән контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөгән граждандарға түләү күләме артты. Әгәр быға тиклем бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика ҡаҙнаһы иҫәбенә арттырылды һәм 505 мең һумға еткерелде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас