Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Июль 2024, 06:00

Ауыл хужалығы министры

белгестәр етмәүенә борсолоуын белдерҙе

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Баймаҡ районы аграрийҙары менән осрашты. Ул агросәнәғәт комплексының ағымдағы торошо һәм үҫеш перспективалары хаҡында һөйләне, шулай уҡ ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Ауыл хужалығы министры көнүҙәк мәсьәләләргә туҡтап, сығыш яһаны:

Алдағы йылдарҙа республикабыҙҙың күп райондарында ҡоролоҡ булды, әммә хәл үҙгәрә башлана. Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ ҡоролоҡто еңеп сыға алдыҡ. Әммә был ҡаҙаныштарға туҡталырға сәбәп түгел. Киреһенсә, алымдарыбыҙҙы үҫтереүҙе һәм камиллаштырыуҙы дауам итергә кәрәк. Быйыл тамыраҙыҡтарҙың, көнбағыштың һәм рапстың яҡшы үҫеүен күрәбеҙ. Тимәк, киләһе йылда уларҙың уңышы тағы ла мулыраҡ буласағына ышаныс бар. Быйыл беҙ игендән мул уңыш алыуҙы көтәбеҙ. Шуға күрә уны һөҙөмтәле һәм ваҡытында урып-йыйыуҙы хәстәрләргә кәрәк булыр. Беҙ йыйылған игенде ҡабул итәсәк коллегаларыбыҙға иҫәп тотабыҙ. Әлбиттә, ҡайһы берҙә һатыусы һәм һатып алыусы араһындағы мөнәсәбәттәрҙә лаборатория эше һәм продукция сифаты менән бәйле ҡатмарлыҡтар тыуа. Әммә беҙ хәлде яҡшырта алырбыҙ, тип ышанабыҙ. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең һәм эшкәртеүселәрҙең берлектәге эше генә республикабыҙҙа дөйөм үҫешкә килтерәсәк.

Бөгөн Баймаҡ районында игенселек өлкәһендәге яҡшы үҙгәрештәрҙе күреп бик шатландым. Элек бында сәсеү менән бәйле проблемалар күп булғанын хәтерләйем. Бөгөн һөҙөмтәләр ҡыуаныслы. Артабан да шулай дауам итегеҙ.

Бөгөн һыйыр малы үрсетеү һәм һөт етештереү менән шөғөлләнеүселәргә отошло хәлдә, тип уйлайым. Сөнки һөткә хаҡ арта. Киләсәктә был тармаҡта роботлаштырылған технологиялар әүҙем ҡулланыласаҡ, шуға күрә быйылдан малсылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар өҫтөнлөк аласаҡ.

Әлеге ваҡытта ҡошсолоҡ буйынса программа әҙерләйбеҙ һәм бройлерҙар үҫтереү өсөн фермалар асырға планлаштырабыҙ. Был йүнәлеш беҙгә бик перспективалы булып күренә. Ошондай бер йәки ике проектты тормошҡа ашырғандан һуң, ҡалғандары ла ҡушылырға теләр, тип ышанабыҙ.

Бөгөн, иртәгә һәм киләсәктә беҙҙең алда торған иң ҙур проблема – кадрҙар мәсьәләһе. Кем баҫыуҙа эшләйәсәк һәм техника менән идара итәсәк? Беҙгә яҡшы уңыш алыу өсөн, нимәне һәм ҡасан сәсергә кәрәклеген белгән шәп белгестәр кәрәк.

Артабан Илшат Фәзрахманов Баймаҡ аграрийҙарын борсоған һорауҙарға яуаптар бирҙе, кәңәштәрен еткерҙе.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас