Уҙған тәүлектә республикала 3 кеше батып үлгән: - Архангел районының Абҙан ауылында Инйәр йылғаһында 1964 йылда тыуған ир батып үлгән. Мәйетте кешеләр сығара.
Ағиҙел ҡалаһында йылға каналында 1969 йылғы ир батып үлгән . Водолаз эштәрен Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр уйынса Дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары алып бара.
Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында быуала 1966 йылда тыуған ир батып үлгән. Водолаз эштәрен Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары алып бара.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында ял итеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы һайларға, иҫерек килеш һыу инмәҫкә, шулай уҡ һыу ятҡылыҡтары янында ҡуйылған билдәләргә һәм мәғлүмәт щиттарына иғтибар итергә һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш иттеләр.