Быйыл "Башҡорт аты" фестивале программаһында — милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, мәҫәлән, халыҡ яратып ҡараған “Бәйге”уйындары.
Яңылыҡ та көтөлә. Быйыл фестивалдә “Урал батыр” халыҡ-ара көслөләр турниры үтәсәк. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Көрәш“ спорт клубының өлкән инструктор-методисы Эльбрус Ниғмәтуллин әйтеүенсә был турнирҙа бер нисә төрлө ярыштар буласаҡ. Мәҫәлән, “Батыр алымы”, баһадирҙар эстафетаһы, суҡмар ырғытыу һәм башҡалар.
Йола буйынса Ҡымыҙ фестивале ла үтәсәк. Шифалы эсемлек етештереүселәр “Иң тәмле ҡымыҙ етештереүсе” исеменә ярышасаҡ, ә халыҡ ҡымыҙ менән һыйлана аласаҡ. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн башҡа мәҙәни саралар, спорт ярыштары, ат парады ла үтәсәк. “Оҫталар ҡалаһы” һөнәрселек зонаһы ла эшләйәсәк. Шулай уҡ эшлекле өлөш планлаштырылған.
“Башҡорт аты” фестивале быйыл йәмле Граф күле буйында 15 – 17 августа үтәсәк (төп өлөшө – 16 август).
Гүзәл Иҫәнгилдина.