Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Июль 2024, 13:30

Кәүҙәһе ял итеүселәр янында килеп сыҡҡан

60 йәштәге ир батып үлгән

Әбйәлил районы Абҙан ауылы янында 60 йәшлек ирҙең кәүҙәһе Инйәр йылғаһынан ял итеүселәр эргәһендә килеп сыҡҡан.  "Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында һыу инергә ҡарар иткән. Яр буйында һыу инеүҙе тыйған билдәләр ҡуйылған. Икенсе ярҙа йыһазландырылған пляж урынлашҡан. Һыуға батып үлгән ирҙең кәүҙәһе ял итеүселәр янында һыуҙан сыға. Шаһиттар ярҙам итергә маташа, әммә уны ҡотҡарып булмай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас