+21 °С
Болотло
Башҡортостанда йәшәүселәр бер көндә мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Улар иҫәбендә-Мәләүез районында йәшәүсе 40 йәшлек ҡатын. Өс ай (апрелдән июнгә тиклем) ҡатын ниндәйҙер трейдер компанияһының «аналитиктары» менән аралаша, улар, уны валютаға «инвестициялауға» күндерә, унан 7,5 миллион һум аҡсаһын алалар. Шуларҙың 7 миллионын ул кредитҡа ала.