+24 °С
Ямғыр
Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙ битләүегендә яҙып сыҡты:
- Бөгөн Таулыҡай ауылында тыуған Гөлфиә Аслаева торлаҡ һатып алыу өсөн сертификат алды.
Был «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында»ғы Федераль закон сиктәрендә район халҡына тапшырылған туғыҙынсы сертификат. Сертификаттың өҫтөнлөгө шунда: илдең теләһә ниндәй төбәгендә торлаҡ һайларға мөмкин.
Йортоғоҙ яҡты, изгелекле һәм шатлыҡлы булһын! Ғаилә йылыһы һәм именлеге менән тулһын!
А. Юлдашбаев фотоһы.