17 йәшлек Даниил Тураев, 16 йәшлек Максим Гришуков һәм 16 йәшлек Айҙар Хәбиров Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ведомство наградаларына тәҡдим ителәсәк. Был хаҡта министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Шаран һыуһаҡлағысында Наратасты ауылы янында 17 июлдә был өс егет 49 йәшлек ирҙең ғүмерен ҡотҡара. Малайҙар һыуһаҡлағыста ял итә һәм иҫерек ирҙең һыуға инеп барыуын күрә. Көтмәгәндә ул күҙҙән юғала. Улар шунда уҡ уға ярҙамға ташлана, һыуҙан сығара һәм тәүге ярҙам күрһәтә.
Даниил — Туймазы юридик колледжының беренсе курс студенты, Максим менән Айҙар-9-сы класс уҡыусылары. Уларҙың барыһы ла Наратасты ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған. Балалар әйтеүенсә, уларға ОБЖ дәрестәрендә уҡытыусы Марсель Ғиниәтуллиндан алған белемдәре ярҙам иткән.