+24 °С
Ямғыр
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған кеше менән аварияның сәбәптәрен асыҡлай. Төбәк ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18 июлдә көндөҙ Октябрьск ҡалаһының урау юлында «Черемушка» СНТ-һы янында 49 йәшлек урындағы кеше ҡырсынташ юлда «Лада Приоры» машинаһын ауҙара. Водитель ашығыс ярҙам килгәнсе һәләк була. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!