+21 °С
Болотло
Хәйбулла районы прокуратураһы урындағы ҡатындың мөрәжәғәтен тикшергән. Асыҡланыуынса, 2024 йылдың апрелендә 9-сы класс уҡыусыларының ата — әсәләр йыйылышында бер үҫмерҙең атаһы уҡытыусыға алама һүҙҙәр менән өндәшә. Был факт буйынса район прокуратураһы административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғата. "Мировой судья ҡарары менән хоҡуҡ боҙоусы 1 мең һум күләмендә штраф рәүешендә яуаплылыҡҡа тарттырылған, ул түләнгән», — тип хәбәр иттеләр БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.