Новости
16 Июль 2024, 04:20

Сибай - Аҡъяр юлының

быйыл нисә саҡрымы ремонтланыр?

Сибай - Аҡъяр юлыныңСибай - Аҡъяр юлының
Сибай - Аҡъяр юлының

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Сибай – Аҡъяр юлындағы ремонт мәсьәләһенә туҡталып, юлсыларҙан быйыл уның нисә саҡрымы ремонтланасағын һораны. Баймаҡ ДРСУ-һы начальнигы Олег Анатольевич: “Сибай – Аҡъяр юлын ремонтлау 2024 – 2025 йылдарға ҡаралған. Асфальт-бетон заводы эшләй. Бөгөнгә унда 9400 мең тоннанан ашыу асфальт етештерелде. Ул Баймаҡ районындағы – ике һәм Хәйбулла районындағы ике участкаға ебәрелде. Бөгөн Сибай – Аҡъяр юлының 2,7 саҡрымы ремонтланған. Быйыл был юлдың 75 % һалып бөтөүҙе маҡсат итеп алғанбыҙ. Бынан тыш Ҡуянтау юлын ремонтлау ҙа күҙаллана. Әлеге ваҡытта яғыулыҡ та, материалдар ҙа бар. Тик механизаторҙар һәм водителдәр етмәй. Сөнки яҙғыһын банкротлыҡ менән бәйле көсөргәнешле хәл килеп тыуғас күптәр эштән киткәйне. Хәҙер барыһы ла яйланды, шуға күрә беҙгә эшкә килерҙәр, тип ышанабыҙ”,-тигән мәғлүмәт бирҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров та Сибай – Аҡъяр юлын ремонтлауҙы контролдә тота. Мәғлүм булыуынса, был юл Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса яңы алым (ресайклинг) менән һалына башланы. Бөгөн районға БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан киләсәктәр. Улар райондың юлдарын ҡарап, эшкә аласаҡ.

Фото: Урғаҙа ауылына барғанда төшөрөп алынды. 13.07.2024.

Сибай - Аҡъяр юлының
Сибай - Аҡъяр юлының
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас