Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Июль 2024, 10:15

"Башҡорт аты" фестивале 15-17 августа үтәсәк

Бөгөн Азат Бадранов "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләһе буйынса ҙур кәңәшмә үткәрҙе. 16 августа фестиваль сиктәрендә үҙенсәлекле конкурс та буласаҡ...

"Башҡорт аты" фестивале 15-17 августа үтәсәк"Башҡорт аты" фестивале 15-17 августа үтәсәк
"Башҡорт аты" фестивале 15-17 августа үтәсәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләһе буйынса тәүге ҙур эш кәңәшмәһен үткәрҙе.
Фестиваль 15-17 августа Граф күле янында үтәсәк.

16 августа фестиваль сиктәрендә үҙенсәлекле конкурс та үтәсәк. Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыуға художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы һәм ат биҙәүестәре эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр, тимерселәр саҡырыла. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше 16 йәш һәм унан өлкән булырға тейеш. Ижади ярыш бер этапта төрлө номинацияларҙа уҙғарыласаҡ. 

16+

А. Юлдашбаев фотоһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас