Һаҡмар
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
16 Июль 2024, 06:45
19 йәшлек егет
синтетик наркотиктар етештереүҙе ойошторған
19 йәшлек егет
Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш сиктәрендә айырыуса ҙур күләмдә һатыу өсөн синтетик наркотиктар етештереүҙе ойошторған кешеләр төркөмөнөң енәйәт эшмәкәрлеген асыҡланы һәм туҡтатты. 19 йәшлек егет Өфө районының Шмидт ауылында ҡуртымға алынған шәхси йорттарҙың береһендә наркотиктар етештереүҙе яйға һалған, бының өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм химик матдәләр һатып алған. Белгестәр баһаһы буйынса, был «нарколаборатория» аҙна һайын 10 килограмға тиклем тыйылған матдәләр етештерә алған. Наркотиктарҙы йәшерен урындар - закладкалар аша һатырға уйлаған. Енәйәт урынында 7 килограмм самаһы наркотик, шулай уҡ дөйөм ауырлығы 250 килограмдан ашыу булған матдә-прекурсорҙар тартып алынған. Егет ҡулға алынған, енәйәт эше асылған.
Автор:
Гузель Салихова
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Август 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Август 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"