Новости
15 Июль 2024, 11:10

Ришүәт алған

140 мең һум

Өфөнөң Совет район суды БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының элекке хеҙмәткәренә «ришүәт алыу» һәм «вазифа вәкәләттәрен дөрөҫ файҙаланмау» статьялары буйынса енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдың ғинуарынан майға тиклем комитет инспекторы идара итеүсе ойошмалар хеҙмәткәрҙәренән 140 мең һум аҡса алған. Аҡса ғәйепләнеүсенең ҡарамағында булған танышының картаһына күсерелгән. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныған, уның мөлкәтенә арест һалынған. Суд уны шартлы рәүештә 4 йыл 6 айға иркенән мәхрүм иткән. 300 мең һум  штраф, шулай уҡ ришүәт суммаһы конфискацияланған. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас