Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика Башлығы районыбыҙға килеп ингән көслө ташҡын тураһындағы мәғлүмәтте алыу өсөн район башлығы Фәнис Әминевҡа мөрәжәғәт итте.
- Баймаҡ районында ямғырҙар һөҙөмтәһендә, ә был айлыҡ норманың 40 проценты, Темәс ауылы Шырҙы һәм Талашты йылғаларында, Бетерә йылғаһында, Ишей ауылында Куркатау йылғаһында һыу кимәле ҡырҡа күтәрелде.
Ҡабул ителгән оператив саралар арҡаһында Бетерә ауылында быуаны йыуыу ҡурҡынысы булдырылманы. Ишей ауылында Почта урамына ваҡытлыса күпер ҡуйылды. Темәс ауылында Шырҙы йылғаһы аша быуала авария-тергеҙеү эштәре үткәрелде, быуаны нығыттыҡ. Шулай уҡ Темәс ауылында Хоҙайбирҙин урамындағы Талашты йылғаһы аша күперҙе тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла.
Һыу баҫыу хәүефе юҡ, һыу кимәле әкренләп кәмей -тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Республика Башлығы Баймаҡ районына ашығыс рәүештә кәрәкле ярҙамды күрһәтергә ҡушты.