+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда йыл башынан донъяға килгән сабыйҙарҙың иң һирәк һәм популяр исемдәре теркәлде. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.
Мәҫәлән, яңы тыуған ҡыҙҙарға Фемида, Асена, Гөлсәйҙә, Майя Ада, Зәйнәп, ә малайҙарға Илиан, Ғүмәр, Аҙнай, Корюн, Эрфан кеүек һирәк исемдәр ҡушылған.
Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре — Әминә, София, Арина, Ева, Йәсминә. Малайҙар араһында иһә Әмир, Марк, Тимур, Артем, Эмир.