Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон командиры урынбаҫары, "Симба" позывнойлы майор Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ДНР территорияһында хоҡуҡ тәртибен нығытҡан, дәүләт именлеген тәьмин иткән һәм хәрби бурыстарҙы үтәгәндә башҡа ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаһы менән билдәләнде.
Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре диверсия-разведка төркөмдәрен эҙләү һәм зарарһыҙландырыу менән шөғөлләнә, улар ҡорал һаҡлағыстар, йәшерен урындарҙы таба.
Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр ситуацион үҙәктең 122 йәки (347) 218-19-19 буйынса, шулай уҡ күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры (347) 248-29-31. Шулай уҡ Баймаҡ хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә була. 8 (34751) 3-16-11.