Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Июль 2024, 05:45

Хужабикәне ихатаһында

йылан саҡҡан. Ҡатын уны ҡырмыҫҡа тешләгән тип уйлай, әммә ысынбарлыҡ ҡурҡыныс булып сыға...

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе ҡатынды ағыулы йылан саҡҡан. Барыһы ла шәхси йорт ихатаһында була .Ҡатын кискеһен хужалыҡ эштәрен тамамлау өсөн ихатаға сыға һәм аяғының аҫҡы өлөшөндә яныу тоя. Хужабикә был ҡырмыҫҡал тип уйлай һәм әһәмиәт бирмәй. Әммә өйгә ингәс, аяҡ-ҡулдарының шешә башлауын һәм ҡара күк төҫкә инеүен күрә. Зыян күреүсенең ире ашығыс ярҙам саҡыра, әммә ҡатыны өсөн ныҡ ҡурҡып, уны үҙе дауаханаға алып барырға ҡарар итә. Табиптар был  ағыулы йылан сағыуын белдерә. Пациентҡа тейешле укол ҡаҙап, тәүлеккә күҙәтеү аҫтында ҡалдыралар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас