Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең аҡсаларын уңышһыҙ инвестициялауын дауам итә. Был юлы мутлашыусыларҙың хәйләләренә Өфөлә һәм Ишембайҙа йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар эләкте, улар мутлашыусыларға дөйөм алғанда 14 миллион һум самаһы аҡсаһын ебәргән. 45 йәшлек Өфө ҡатыны быйыл июнь башында популяр мессенджерҙар аша билдәһеҙ кешеләр менән аралаша, улар үҙҙәрен инвестиция компанияһы менеджерҙары тип таныштыра һәм ҡатынға финанс хәлен яҡшыртырға тәҡдим иттә. Июнь башынан 11 июлгә тиклем ҡатын үҙенең тупланмаларын, ә һуңыраҡ кредит аҡсаһын күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә. Дөйөм алғанда, ул мутлашыусыларға 9 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә, шуларҙың 5 миллиондан ашыуы шәхси тупланма, 4 миллиондан ашыуы кредит аҡсаһы була. Ҡатын, алданғанын аңлап полицияға мөрәжәғәт итә.