+24 °С
Ямғыр


Президент гранттары фонды ярҙамында Туймазы ерлегендә милли йәйәнән уҡ атыу буйынса төбәк-ара турнир ойошторолдо. Ярышҡа Башҡортостан һәм Татарстандың уҡсылары ҡатнашырға килде. Туймазылар беренсе тапҡыр ойоштороуға ҡарамаҫтан йәйәү менән һыбай уҡ атыуҙы программаға индереп бик елле генә итеп үткәрҙеләр. Оҫта уҡ атыусы ир-егеттәр араһында Ғатауллин Илшат иң күп мәрәй йыйып еңеү яуланы. Афарин, Илшат!