Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов эш сәфәре менән Баймаҡ районына килде. Бөгөн ул Урғаҙала Йылайыр, Ишмөхәмәт, Татлыбай ауыл биләмәләре халҡы менән осраша. Тәүҙә Азат Шамил улы намыҫ менән хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне. Ташбулат Дәүләтшин, Афзал Салихов, Фәнүзә Аллағыуатова <Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн> миҙалы менән наградланды. БР Башлығының Рәхмәт хатына Миңлебай Буранбаев, Рөстәм Әлминов , Илдар Ғөбәйҙуллин, Әғзәм Иҙрисов, Курманай Бакатова, Фирғәт Сәфәрғәлин лайыҡ булды. БР мәғариф министрлығының Почет грамотаһына Айһылыу Нәҙершина , Әнисә Юлыева, Гүзәл Ғүмәрова, Хәмиҙә Ҡоланбаева лайыҡ булды. Афарин!
Хәҙер һорау-яуап форматында һөйләшеү башланды.