Новости
12 Июль 2024, 05:40

Ял көндәрендә

ниндәй һауа торошо көтөлә?

Ял көндәрендәЯл көндәрендә
Ял көндәрендә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала йәнә ямғыр яуыуы көтөлә. Урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көслө. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.

Шәмбе төндә ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Көндөҙ урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус, көндөҙ +21, +26 градус.

Йәкшәмбе урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +22, +27 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас