Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Июля 2024, 03:50

Таксистың исеменә

350 мең һумлыҡ кредит юллағандар

Мутлашыусылар Белорет районынан таксисты алдап уның исеменән 350 мең һумлыҡ кредит алғандар. Бер кем клиент шылтыратып, яратҡан ҡыҙына такси кәрәклеген белдерә. Һәм таксистың картаһына аҡса күсерергә теләүен белдерә. Таксист уға үҙенең банк картаһы номерын ғына түгел, ә sms кодын да бирә. Таксистҡа пассажир ҙа, аҡса ла килмәй. Ә тиҙҙән ул банкта заемсы булып киткәнен күрә. Уның исеменән 350 мең һум кредит алалар.

Аҡса күсереү өсөн тик картаның  номеры йәки уға бәйле телефон номеры ғына кәрәк булыуын онотмағыҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас