"Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса Баймаҡ ҡалаһында йыл һайын бер нисә ихата төҙөкләндерелә. Хәҙер беҙ балалар өсөн заманса уйын майҙансыҡтары өсөн генә түгел, ә һәр кем шөғөлләнә алған һаулыҡ өсөн мөһим тренажерҙарҙы ла күреп ҡыуанабыҙ. Эштәр гөрләгән Чекмарев урамының 17-се йортонда ла халыҡ үҙгәрештәргә бик шат. "Тик тротуарҙы оло юлға барып еткәнсе эшләп ҡуйһындар ине. Балаларға йөрөүе хәүефһеҙ булһын өсөн",-ти был йортта йәшәүселәр.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт ихаталары” программаһы тураһында: “Башҡорт ихаталары” – беҙҙең иң яҡшы һәм иң ҙур ихтыяж булған республика программаһы. Уны тормошҡа ашырыу барышында халыҡ хәүефһеҙ, уңайлы майҙансыҡтар ала, улар ололар өсөн дә, балаларға ла ҡулайлы”,--тигәйне.
Бөгөн дә беҙҙең ҡалала ла, тотош республикала был йүнәлештә эштәр шәп бара. Программаның төп маҡсаты—урындағы халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу. Балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары, контейнерҙар, парковка урындары, яҡтылыҡ, йәшелләндереү, асфальт түшәү—барыһы ла күҙ уңында тотола.