+24 °С
Ямғыр
Һауа торошоноң хәүефле буласағын, һыу кимәленең ҡапыл күтәреләсәге тураһында иҫкәрткәйнеләр. Әммә үҙ күҙең менән күреп, кисермәйенсә ышанмаҫҡа өйрәнгәнбеҙ. Әле районыбыҙҙың ауылдарына тау йылғалары ташып ағып төшә башланы. Ҡайҙалыр күпер һыу аҫтында ҡалған, һыу йылға булып ауылдарҙың уртаһынан аға. Бындай саҡта һаҡ булығыҙ. Малығыҙҙы хәүефһеҙ ергә ҡыуығыҙ. Документтарығыҙҙы һыуланмай торған ҡапсыҡҡа һалып өҫтә тотоғоҙ. Әле һыу Муллаҡай ауылына инде тип яҙалар. https://vk.com/wall-60402485_120538