Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Июль 2024, 06:00

Яулайһы үрҙәр бар әле!

башҡорт телен үҫтереүгә күп көс һалған белгестәрҙең фекере шундай

Яулайһы үрҙәр бар әле!Яулайһы үрҙәр бар әле!
Яулайһы үрҙәр бар әле!

Телебеҙгә булған иғтибар һуңғы йылдарҙа бермә-бер артыуы һөйөндөрә. Кемдер “балалар башҡортса һөйләшмәй” тип зарланһа ла, был күберәк ғаиләләге тәрбиәгә ҡайтып ҡала. Сөнки сабыйҙың телен асҡан һәм өйрәткән, аралаштырған – әсәй һәм атай булырға тейеш. Ә республикабыҙ кимәлендә башҡорт телен үҫтереүгә иғтибар бермә-бер көсәйә. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу, онлайн-олимпиадалар, башҡорт телен һанлаштырыу һәм башҡа бихисап эштәр – былар барыһы ла һуңғы биш йылда уңышлы тормошҡа ашырылған проекттар. Улар ҙур команданың эш һөҙөмтәһе икәнлеген дә билдәләп үтергә кәрәк. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп иғтибар бирә һәм ярҙам күрһәтә. БР Башлығы Хакимиәте, республика Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлыҡтарының да ҙур эшен баһалап үтергә кәрәк. Ә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында башҡорт телен үҫтереү-һаҡлауға булышлыҡ иткән күп проекттар бойомға ашырылды.

Шуларҙың береһе Айгиз Ҡунайиндың “Һомай” - аҡыллы колонкаһы хәҙер күптәргә таныш. Ысынлап та, башҡорт телен үҫтереүгә һәм өйрәтеүгә булышлыҡ иткән был колонка оло иғтибарға лайыҡ. Был колонка башҡорт телендәге командаларҙы аңлай, башҡортса ла урыҫса ла яуап бирә, "Һомай" һүҙен иғтибарға ала һәм команда биргән тауышты ишетеү менән, автоматик рәүештә ҡабыҙыла, нимә тураһында һөйләшкәнде иҫләргә кәңәш бирергә һәм теләһә ниндәй һорауҙарға яуап бирергә (chatGPT ярҙамында), мәҫәлән, бишбармаҡ рецебын әйтеп бирергә йәки беренсе осрашыуҙа нимә тураһында әңгәмәләшергә кәңәш бирә, Тамыр, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы архивынан, хәҙерге заман авторҙары ижад иткән башҡорт музыкаһын ҡуя Батыр тураһында”, “айыу тураһында” һ.б. шундай сигнал һүҙҙәргә ярашлы әкиәттәр һөйләй, телмәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә һ.б. Һәм уның функциялары үҫә генә бара. Айгиз Ҡунафин үҙе: “Әлбиттә, башҡорт телендә һөйләшеүселәр, рус теле менән сағыштырғанда, аҙыраҡ, шулай ҙа беҙҙең әле яулайһы үрҙәребеҙ бар”,-тип белдерә. Амин шулай булһын да – үрҙәрҙең иң бейегенә етергә яҙһын!


Автор:Гузель Салихова
Читайте нас