Новости
11 Июля 2024, 11:30

Иртәгә

хәүефле һауа торошо көтөлә

Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы халҡы иғтибарына!

Синоптиктар иҫкәртеүенсә,  12 июлдә һауа торошоноң хәүефле булыуы көтөлә. Көндөҙ республикала урыны менән көслө оҙайлы ҡойма ямғыр, елдең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүе, йәшен, боҙборсаҡ көтөлә. Таулы һәм көньяҡ райондарҙа йылғаларҙа һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе, ташҡындар барлыҡҡа килеүе һәм гидротехник ҡоролмаларға ағымдың артыуы көтөлә. Урыны менән һыу баҫыуы ихтимал. Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас