+21 °С
Болотло
Хәйбулла районында ҡойма ямғыр һәм көслө ел Оло Арыҫланғол ауылына зыян килтерҙе. Район башлығы хәбәр итеүенсә, 20-гә яҡын ағас ҡолаған, ауыл эсендә бәләкәй күпер, мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы зыян күргән, электр һәм контакт селтәрҙәре өҙөлгән. Бәхеткә күрә, халыҡ һәм торлаҡ йорттар зыян күрмәгән, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.
"Тәүге мөрәжәғәттәрҙән һуң уҡ электриктар ремонт эштәрен башҡара башланы, ауыл старостаһы Вәлит Аралбаев тракторҙа ауыл биләмәһен юлға төшкән ағастарҙан таҙарта башланы. Артабанғы эштәрҙе башҡарыу һәм ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн К-708 тракторы һәм МАЗ автомашинаһы ебәрелә», - тип яҙҙы социаль селтәрҙә муниципалитет етәксеһе.