Новости
11 Июль 2024, 11:40

Фажиғә

Беренсе Этҡолдан ике ирҙең ғүмерен өҙҙө

ФажиғәФажиғә
Фажиғә

 Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Бында ВАЗ-2105 күперҙән ҡолап төшә. Юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы урынына тиҙ арала Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, табиптар һәм полиция килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға һөҙөмтәһендә 1952 һәм 1967 йылғы ике ир һәләк булған, тип хәбәр итте дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас