Новости
11 Июль 2024, 09:05

Эҫе көтәһегеҙме әллә ямғырмы?

алдағы көндәрҙә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә?

Эҫе көтәһегеҙме әллә ямғырмы?Эҫе көтәһегеҙме әллә ямғырмы?
Эҫе көтәһегеҙме әллә ямғырмы?

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәшенле ямғыр, урыны менән боҙ-борсаҡ фаразлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн көндөҙ йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +23, +28 градус.

12 июлдә Башҡортостанда йәнә ямғыр, урыны менән күк күкрәп ҡойма ямғыр, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +18, +23 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас