Сәйәхәткә сығырға ине...
- Хаҡлы ялдағылар өсөн туристик сәйәхәттәр ойошторолоуын беләбеҙ. Әле бына үҙебеҙҙең Темәс ауылына ситтән килгән пенсионерҙарҙы осраттыҡ. Улар махсус программа буйынса шулай сәйәхәткә сыҡҡан ине. Беҙгә лә төрлө тарафтарҙы күреү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Темәс ауылының пенсионерҙары.
- Эйе, Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты уңышлы эшләй. Социаль турҙарҙы БР Туризм буйынса дәүләт комитеты БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципалитеттар менән берлектә ойоштора. Туристарҙың йәш сикләүе лә бар: ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-ат 60 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш. Бының өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлеп, үҙегеҙ теләгән тур йә маршрутҡа яҙылырға кәрәк. Район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова аңлатыуынса, беҙҙең пенсионерҙар өсөн бер көнлөк тур ойошторола. Ул иртәнсәк башлана һәм кискә тиклем дауам итә. Был ваҡытта туристик яҡтан әһәмиәтле булған ерҙәргә сәйәхәт ойошторола. Әгәр ҙә ололар махсус сайтҡа үҙҙәре теркәлә алмаһа, һеҙгә йәштәр бүлеге белгестәре ярҙамға киләсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8(34751)2-24-06