+24 °С
Ямғыр
Ейәнсура районында йәшен һуҡҡандан 57 йәшлек балыҡсы һәләк булған. Ул кисә төшкө ике тирәһендә йылғаға балыҡ тоторға киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған. Ә бөгөн иртән бер туғаны уның кәүҙәһен табып алған. Ауылдан өс километр алыҫлыҡта. Үлгән кеше ямғырҙан ағас аҫтына йәшенгән, тип фараз ителә. Әммә тап ошо ағасҡа йәшен атҡан. Балыҡсы шунда уҡ һәләк булған. Тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә.