+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары мәсьәләләре буйынса чат-бот яңыртылды. Актуаль мәғлүмәт ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәргә ярашлы урынлаштырылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, телеграмдағы чат-бот 2022 йылдың көҙөндә эшләй башланы. Уны министрлыҡтар һәм дәүләт комитеттары менән берлектә Республикаға идара итеү үҙәге әҙерләгән. Сервиста хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү сараларын асыҡларға мөмкин. Бот менюһы тормоштағы хәлдәргә ҡарап бүленгән.