Новости
10 Июль 2024, 12:00

Көслө ямғырҙар килә

Урыны менән һыуҙың туғайҙарға сығыуы һәм уйһыу урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал...

Көслө ямғырҙар киләКөслө ямғырҙар килә
Көслө ямғырҙар килә

12 июлдән 13-өнә тиклем Башҡортостандың күпселек райондарында оҙайлы, көньяҡта һәм көнсығышта иһә көслө ямғырҙар көтөлә. Урыны менән йәшен, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана.

«Таулы һәм көньяҡ райондарҙа йылғаларҙың ҡапыл ташыуы, гидротехник ҡоролмаларға ағымдың артыуы көтөлә. Урыны менән һыуҙың туғайҙарға сығыуы һәм уйһыу урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал», — тип хәбәр иттеләр «Башгидрометүҙәк»тән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас