+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда кисә ике ирҙең мәйетен һыуҙан сығарғандар. БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез районының Иштуған ауылы янында һыу баҫҡан карьерҙан урындағы халыҡ 66 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Һыу инеү урыны итеп йыһазландырылмаған, «Һыу Инеү тыйылған» билдәләре ҡуйылған.
Тағы фажиғә Өфөлә булған. Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары полиция хеҙмәткәрҙәренә шәхесе билдәләнмәгән ирҙең кәүҙәһен алып сығыуын хәбәр итә. Һыу инеү урыны ла йыһазландырылмаған.