+24 °С
Ямғыр
Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 24 йәшлек был ҡыҙҙың Октябрьский ҡалаһында йәшәгән пенсионерҙы алдауҙа ҡатнашҡан булған.
Өлкән йәштәге ҡатындың башын «туғанығыҙ юл фажиғәһенә осраған» схемаһы буйынса бутайҙар. Ханым ҡыҙын язанан ҡотҡарыр өсөн курьер ҡыҙ аша 100 мең һум аҡса йыйып ебәрә.
Икенсе көндө ошо уҡ курьер сит илгә ҡасырға маташҡан. Полицейскийҙар Өфө аэропортында енәйәтсене тотҡан.