Новости
8 Июль 2024, 13:40

Һөйөүҙәренән нурҙар тарала

Бөгөн районыбыҙҙа өп-өр яңы ғаилә - Кәйекбирҙиндар ғаиләһе донъяға килде. Рамаҙан һәм Гөлнара был көндө осраҡлы һайламаған...

Һөйөүҙәренән нурҙар таралаҺөйөүҙәренән нурҙар тарала
Һөйөүҙәренән нурҙар тарала

Улар никахын нәҡ Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә теркәргә теләгән. Уларға ЗАГС бүлегенең баш белгес-ксперты Земфира Яҡшығолова иң изге теләктәрен еткерҙе. 

Йыл һайын районыбыҙҙың иң өлгөлө һәм оҙайлы йылдар бергә йәшәгән парҙарына матур награда – Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн миҙалы тапшырыла. Быйыл был миҙалға Таңһылыу һәм Кәрим Илтининдар лайыҡ булды. Район хакимиәте башлығының урынбаҫары Азат Шәрипов бәхетле парҙы ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе.

60 йыл бергә йәшәп, бриллиант туйын билдәләгән Баймаҡ ҡалаһынан Фәниә һәм Дамир Кәримовтар, ярты быуат ғүмерен бергә үткәреп, алтын юбилейын туйлаған Гөлнур һәм Васил Ҡолмөхәмәтовтар, Светлана һәм Иван Кириковтар, Рәсимә һәм Урал Сәғитовтар, Әлмира һәм Нуритдин Шаһиевтар, Зәйтүнә һәм Рәйес Йәнбәковтар, Мерәҫ ауылынан Алһыу һәм Дарварт Фазлиәхмәтовтар тәбрикләнде. Уларҙың хеҙмәт һәм ғаилә тарихынан тик үрнәк алырлыҡ. Район-ҡалабыҙҙың биҙәге булған шәп ғаиләләр улар! Азат Булат улы бәхетле парҙарға изге теләктәрен ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, республика Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын, бүләктәрен тапшырҙы.

А. Юлдашбаев фотолары.

Һөйөүҙәренән нурҙар тарала
Һөйөүҙәренән нурҙар тарала
Һөйөүҙәренән нурҙар тарала
Һөйөүҙәренән нурҙар тарала
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас