Новости
8 Июль 2024, 09:05

Бер юлы

биш машина янған

Бер юлыБер юлы
Бер юлы

Стәрлетамаҡта бөгөн иртән гараж кооперативында янғын сыҡҡан һәм шунда уҡ биш автомобиль янып киткән. Саҡырыу урынына килгән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре 30 минут эсендә янғындың таралыуын туҡтата һәм тағы ла 10 минуттан янғын һүндерелә. "Зыян күреүселәр юҡ. Янғын һөҙөмтәһендә биш автомобиль зыян күрә: БМВ Х5, ВАЗ-2109, Шкода Октавия, SsangYong Kyron, Шкода Октавия. Бөтә автомобилдәр бер-береһенә яҡын торған. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе мәғлүмәте буйынса, гараждарҙың береһендә автомобилдәр ремонтланған», — тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәтенән. Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас