+24 °С
Ямғыр
Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәровҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Был хаҡта дүшәмбе, 8 июлдә, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.
«Бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров тыуған көнөн билдәләй. Уға 50 йәш тулды. Фәнүр Мөхәрәм улы бик мөһим йүнәлеш өсөн яуаплы, киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген координациялау мөһим. Һеҙгә эште яҡшы ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ — ысын илһөйәр һәм көрәшсе», — тине Радий Хәбиров.