Новости
8 Июль 2024, 07:05

Бөгөндән

31 декабрҙе хәстәрләйҙәр

БөгөндәнБөгөндән
Бөгөндән

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы белдереүенсә, байрам көндәрен күсереүгә бәйле 2025 йылдың 31 декабре ял көнө була, тип хәбәр итә Риа-новости агентлығы ведомство башлығы Антон Котяковҡа һылтанма менән.

«Быйыл, 2024 йылда, 31 декабрь — ял көнө. Киләһе йылда ла, беҙҙең проектлауҙар буйынса, 31 декабрь ял көнө булып тора. Артабан ҡарарбыҙ», — тип белдерҙе Котяков.

Хөкүмәт быйылғы ял көндәрен уҙған йылдың авгусында раҫланы. 6 һәм 7 ғинуарҙағы байрамдар шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура килгәс, уларҙы 10 майға һәм 31 декабргә күсерҙеләр. Шунан сығып, быйыл да яңы йыл алды көнө ял була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас