Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Июль 2024, 10:15

Бер нисә кеше батып үлгән

Араларында бер үҫмер бар

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда өс кеше батып үлгән, тағы икәүһен ҡотҡарып ҡалғандар, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Мәҫәлән, 5 июлдә Өфөлә Максимов күлендә 18 йәшлек егет батып үлгән. Уны Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары һыуҙан сығарған.

Шул уҡ көндө Күмертауҙа 16 йәшлек үҫмер батып үлгән. Һәләк булған кешене Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һыуҙан сығарған.

Благовар районында 45 йәшлек ир батып үлгән. 

Шулай уҡ 4 июлдә юғалған 42 йәшлек Мәсетле районында Әй йылғаһында эҙләп табылған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас