Новости
5 Июль 2024, 04:30

Төнгө аварияла

ике ҡатын һәләк булған...

Төнгө авариялаТөнгө аварияла
Төнгө аварияла

Ҡариҙел районында Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлында Яугилде тораҡ пункты янында өс автомобиль: «Лада Гранта», «Лада Калина» һәм «ВАЗ-2114»ҡатнашлығында авария булған. БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, аварияла ике ҡатын һәләк булған, өс кеше, шуларҙың икәүһе-бала, ауыр йәрәхәттәр алған. Ҡотҡарыусылар зыян күреүселәрҙгә беренсе ярҙам күрһәтә. Улар дауаханаға оҙатылған. 1982 һәм 1989 йылда тыуған ике ҡатын-ҡыҙҙың «Гранта» һәм «Калина» руле артында булыуы асыҡлана. Аварияның сәбәбен дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас