Новости
5 Июль 2024, 10:10

Ике аҙнала

9 кеше батып үлгән

Ике аҙналаИке аҙнала
Ике аҙнала

Башҡортостанда уҙған ике аҙнала 8 муниципалитетта һыу объекттарында 9 кеше һәләк булған. Бөтә фажиғә лә һыу инеү ойошторолмаған урындарҙа булған. Был хаҡта  Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. "Муниципаль берәмектәрҙең контролдә тотҡан биләмәләрендә һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған 700-ҙән ашыу урын асыҡланған. Шуға күрә өҫтәмә иҫкәртеү сараларына айырыуса иғтибар бүленә. Республикала 60 муниципалитетта 168 йыһазландырылған пляж асылған. Шул уҡ ваҡытта йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе һөҙөмтәһендә, яуым — төшөм күп булыу сәбәпле, 15 рәсми пляжда һыу инеүгә ваҡытлыса тыйыу индерелде», - тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас